Пугачев урамын төҙөкләндереү осоронда транспорт хәрәкәте ебәреләсәк урау юл һалына башланы

Ул Бородин, Геофизиктар һәм Һынаусылар урамдары аша үтәсәк. Водителдәргә ремонт ваҡытында 3 километр ярым артыҡ юл йөрөргә тура киләсәк. Әммә был ваҡытлыса мәшәҡәттәр үҙен аҡлай һәм бер аҙҙан тигеҙ, киң, уңайлы трассанан елдерәсәкбеҙ , ти баш ҡала властары.

Ремонт – мәжбүри сара, сөнки Нуғай трассаһынан транспорт хәрәкәте көндән-көн арта ғына. Әгәр юлды киңәйтмәгәндә, оҙаҡламай Пугачев урамы ҙур бер тығынға әйләнәсәк. 

Пугачев урамы әле ике һыҙатлы. Әммә транспорт хәрәкәте көсәйгән мәлдә водителдәр ҡыҫылышып булһа ла юлды дүрт һыҙатлыға әйләндерә. Шуға ҡарамаҫтан, иртәле-кисле автомобиль тығындары күҙәтелә. Киләсәктә урам күпкә киңәйәсәк. Төҙөкләндереү эштәре ике этаптан тора. Тәүгеһе Ағиҙел урамынан Монументҡа тиклем үтһә, икенсеһе шул уҡ урындан алып Бородин урамына тиклем.

Тап шуның өсөн дә төҙөкләндереү эштәренең икенсе этабында Пугачев урамы тулыһынса ябыла. Транспорт хәрәкәтен Кузнецов Затоны аша ебәрәсәктәр. Әле урау юлды төҙөү башланған да инде. Уны һалып бөтмәйенсә Таш кисеүгә илткән йүнәлеште  япмаясаҡтар.

Монументтан алып "Лента" сауҙа үҙәгенә тиклем юлды ремонтлағанда транспорт хәрәкәте өлөшләтә генә сикләнә. Ә бына икенсе этапты юлды тулыһынса япмайынса башҡарыу мөмкин түгел. Кире осраҡта эштәр бик оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Беҙҙең маҡсат – ремонтты мөмкин тиклем тиҙерәк башҡарыу.

Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Урау юл Бородин, Геофизиктар һәм Һынаусылар урамдары аша үтеп 3 километрҙан аша. Водителдәргә светофорҙары булған , йәмәғәт транспорты йөрөгән ҡала эсенән дә үтергә тура киләсәк. Шуға күрә юлға киткән ваҡыт арта. Ә бына тығындар булмаясаҡ, тип ышандыра төҙөүселәр.

Әле Пугачев урамынан тәүлегенә 50 мең автомобиль үтә. Урау юлды проектлағанда ла был һандар иҫәпкә алынды. Йәғни мөмкин тиклем киңерәк эшләргә тырышабыҙ. Проектта ике һыҙат ҡаралһа ла, беҙ дүрт һыҙатҡа еткерәбеҙ.

Артур Әйүпов, төҙөлөш ойошмаһы вәкиле

Артыҡ саҡрымдар, өҫтәмә туҡталыштар бер кемгә лә кәрәк түгел. Әммә сабырлыҡтың төбө һары алтын, ти ҡала етәкселеге. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар киләһе йыл аҙағында тамамланырға тейеш. Һәр хәлдә 450 йыллығын Өфө ҡалаһы яңы юлдар менән ҡаршы алырға тейеш.

Айнур Кәбиров