Ҡарыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған мемориал комплекс асылды. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ошо ауылда тыуып үҫкән яҡташтар ҡатнашҡан. Һәйкәлдең Ҡарыш ауылына нигеҙ һалыныуға 210 йыл тулған тарихи мәлдә асылыуы ла әһәмиәтле. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Метроном тауышы Ҡарыш ауылына шаңдау булып яңғырап, һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Бөйөк Еңеү көнөн бүләк иткән атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен иҫкә алырға яҡташтар бөтә республиканан йыйылды тиһәң, һис тә хата булмаҫ.
Тыуған ауылында яҡташтар рухын мәңгеләштереү идеяһын тап Әйүп Ғәниев күтәреп сыҡҡан. Тәүҙә ул фронтовик атаһы Әнүәр Ғәниевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү хыялы менән яна. Ошо маҡсатта Ил-Күл-Мең ырыуы башҡорттарының тарихын, унан һуң шәжәрәһен өйрәнә.
Былтыр мемориал комплекс булдырыу тәҡдиме менән ауылдаштарына мөрәжәғәт итә. Изге башланғысты Башҡортостандың һәм илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтары берҙәй күтәреп ала. Ярҙамға урындағы ҡаҙнанан «Беҙҙең ауыл» программаһы буйынса 100 мең һум аҡса күсерелә.
Мемориал таҡтаташҡа ил азатлығы өсөн көрәшкән 4 тиҫтәләп яугирҙың исеме мәңгеләштерелгән. Исемлектә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Ғабдулла, Латип һәм Йәмил Ғәниевтарҙың исемдәре лә бар. Араларынан Йәмил Ғәниев ике тапҡыр Георгий тәреһе хәрби наградаһына ла лайыҡ булған.
Мемориал комплекс йәштәргә ил тарихын еткереү, быуындар бәйләнешен дауам итеү өсөн булдырылған да инде. Әле Ҡарышта ни бары өс ғаилә тороп ҡалған. Әммә ауылдаштар кесе Ватанын онотомай, йыл һайын осрашып тора. Быйыл йәй улар ауылдың 210 йыллығын бергә байрам итергә һүҙ ҡуйышты.
Азат Ғәлиуллин