Ташкентта төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы барышында ошо турала документҡа ҡул ҡуйылды. "Алтын солоҡ" умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм танытыу үҙәге һәм Үзбәкстан умартсылары берлеге араһында килешеү төҙөлдө. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Үзбәкстанда биш йыл эсендә бал ҡорто күстәрен һәм бал етештереүҙе ике тапҡырға арттырыуға өлгәшкәндәр. Башҡортостан был тәжрибәне өйрәнергә теләй. Яҡтар шулай уҡ фәнни-тикшеренеү, сауҙа өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итәсәк.