Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнештәр нығына

Республиканың рәсми делгацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды. Эшлекле осрашыуҙар барышында машиналар эшләү,  ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәр ҡаралды, Ташкентта офис асылды. Ике республика мәҙәниәт, мәғариф һәм туризм өлкәләрендә лә  хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килеште. “Бөгөн Көнсығыш һәм Азия менән бәйләнеш булдырырға кәрәк. Башҡортостандың мөмкинлектәре ҙур. Ул элекке союздаш республикалар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә ала”, тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Үзбәкстанда 30 мең самаһы милләтәшебеҙ йәшәй. Унда башҡорттарҙың йәмәғәт ойошмаһы булдырылған, шулай уҡ башҡорт ҡоролтайы эшләй.