Уның барышында ойошторолған саралар теҙмәһен юлдағы именлеккә арналған акция йомғаҡлай. Бөгөн автоинспекторҙар “Ғаилә” үҙәктәре белгестәре менән бергә ҡала һәм ауыл урамдарында рейд үткәрә. Юл полицияһы водителдәргә балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен аңлата. Акция барышында йәйәүлеләргә, шулай уҡ велосипедта һәм самокатта йөрәгән балаларға ла кәңәштәр бирелә. “Ата-әсәләр хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарлы булһын”, - ти автоинспектор Линар Зиннуров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт