Санкциялар Рәсәй предприятиелары өсөн файҙаға ғына

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә заказдар алдағы өс йылға яҙылған. Айырыуса индустриаль газ турбиналары двигателдәренә ихтыяж артҡан. Улар «Газпром» компрессор станцияларына урынлаштырыла. Хәрби машиналарҙың тыныс тормошта уңышлы ҡулланылыуы тураһында киләһе репортаж.

Егерме йыл инде Өфө предприятиеһы двигателдәре район-ҡалаларҙы өҙлөкһөҙ рәүештә зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итә. «Газпром» компанияһының Башҡортостан филиалында ғына ошондай утыҙ газ турбинаһы файҙаланыла. Ил буйынса уларҙың һаны 86-ға етә. Ышаныслы, экологияға зыян килтермәй һәм иҡтисади яҡтан отошло тип белдерә инженерҙар ҙа.

Был агрегаттарҙы сафҡа индереү менән компрессор станцияһының ҡеүәте, энергия эффективлығы артты, атмосфераға ташланған зарарлы матдәләр, йылылыҡ тәьҫире, тауыш та  кәмене.  Эшмәкәрлектең сифатлы яңы кимәленә сыҡтыҡ.  

Глүс Фәррәхов, Шаран магистраль газ үткәргес производство идаралығы етәксеһе урынбаҫары – баш инженер

Ерҙә ҡулланылған газ турбинаһы – тәүлегенә 36 миллион кубометрға тиклем газ ҡыуыу, йылына ике мең ярым йортто зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү ҡеүәтенә эйә. Конверсияның иң яҡшы өлгөһө тип әйтергә мөмкин – Су-27 истребителен һауаға күтәргән двигатель нигеҙендә эшләй.

АЛ-31СТ серияһы – оборона тармағының тыныс тормошта ҡулланыу буйынса иң әһәмиәтле  асышы. Агрегатты камиллаштырыу буйынса эштәр әле лә дауам итә. Әйткәндәй, бер двигателде йыйып, артабан һынауға ебәреүгә яҡынса туғыҙ ай ваҡыт талап ителә.

Истребитель двигателен газ сығарыу ихтыяжына үҙгәртеп ҡороу - ил буйынса тәүге осраҡ булһа, донъя тарихында - икенсе. Санкциялар шарттарында Өфө предприятиеһы алып барған эшмәкәрлек үтә лә көнүҙәк.

Файҙаланыуҙа булған двигателдәр ремонтҡа ғына килә торғайны. Уҙған йылдан башлап яңыларына заказдар күпкә артты. Былтыр егерме машина оҙаттыҡ, алдағы ике йылға ла шул уҡ пландар. «Газпром» компанияһының барлыҡ күләмле проекттарында – «Себер көсө» һәм Бованенков нефть, газ конденсанты сыҡҡан урынды эшкәртеүҙә ҡатнашабыҙ.

Евгений Семивеличенко, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры

 Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә квалификациялы кадрҙарға ихтыяж юғары. Бөгөн ике мең вакансия булыуы билдәле. Яңы хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу компания стеналарында ла ойошторола. Предприятие алдында производство планын үтәүҙән тыш, 25 МВт ҡеүәте булған  АЛ-41СТ яңы быуын двигателе эшләү буйынса амбициоз бурыс та ҡуйылған.

Гөлназ Хәйбуллина