Ҡотҡарыусылар транспорт сараһын ярға сығарҙы. Уның кемдеке икәнлеге лә билдәһеҙ. Автомашина һыу төбөндә кәм тигәндә бер йыл ятҡан. Водолаздар фаразлауынса, уйынсыҡты пляжда ата-әсәһе менән ял иткән бала юғалтҡан.
Уйынсыҡ автомобиль күл төбөндә табылған – иң хәүефһеҙ әйбер. Ғәҙәттә һыу аҫтына өлкәндәр шаярған «уйынсыҡтар», шешәләр йә башҡа сүп-сар төшөп ята. һыу инеү миҙгеле башланыуы алдынан ҡотҡарыусылар бар пляждарҙы ла таҙартып сыға.
Быйыл ҡотҡарыусылар Өфө халҡына 10 рәсми эшләйәсәк пляж әҙерләй. Водолаздар 17 майҙан алып 6 һыу ятҡылығында ял итеү урындарын таҙартҡан. Ял итеү мәле күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн әленән үк әҙерләнеү хәйерлерәк, ти ҡотҡарыусылар. Сөнки берәй хәл теркәлгән осраҡта барыбер беҙҙе саҡыралар ти, ҡотҡарыусылар.
Айнур Кәбиров