Росреестрҙың Башҡортостан идаралығында республиканың баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре осрашты

Ултырышта баҡса участкаларын кадастр иҫәбенә теркәүҙе  еңелләштереү һәм башҡа хоҡуҡи мәсьәләләр ҡаралды.  Баҡсасылыҡ ширҡәттәре менән бәйле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 98 миллион һум аҡса бүленгән.

Был сумманың бер өлөшө биләмәләрҙе электр энергияһы менән тәьмин итеү, икенсеһе  юл инфраструктураһын тәртипкә килтереүгә  йүнәлтелә. Баҡсасылар һаны буйынса Башҡортостан илдә етенсе урында тора. Республикала 300 меңдән ашыу кешенең баҡсаһы бар.

Флорида Ким