Күренекле табип Вил Тимербулатов 70 йәшен билдәләй

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы һәм фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Вил Тимербулатов 70 йәшен билдәләй. Билдәле хирургтың оло юбилейы уңайынан бөгөн Өфөләге Конгресс холл бинаһында медицина буйынса конференция үтте.

Сарала илдең төрлө төбәктәренән танылған табиптар, Вил Мамил улының уҡыусылары ҡатнашты. Башҡортостан медицинаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән, донъя кимәлендәге фәнни асыштар яһаған, ғүмере буйы Гиппократ антына тоғро ҡалған  бөйөк шәхес менән беҙҙең БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла осрашты.

Хирург, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Вил Тимебулатовтың исеме Республика, Рәсәй кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара майҙанда ла яҡшы билдәле. Ғалимдың колопроктология өлкәһендәге асыштары, дауалау ысулдары донъя медицинаһында ла танылыу тапҡан. Әммә Вил Мамил улы үҙе һәр ваҡыт  Башҡортостанға, һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, сит яҡтарға саҡырһалар ҙа  тыуған ерен ташлап китмәй.

Вил Тимербулатовтың медицинаны үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап Вил Мамил улы киҫкен парапроктитлы ауырыуҙарға, эсәк сирҙәренә диагноз ҡуйыу, дауалау, реабилатициялау  программаларына нигеҙ һала. Абдоминаль хирургия проблемаларын сисеүгә, радиойышлыҡлы хирургияны үҫтереүгә өлөш индерә. Уның етәкселеге аҫтында Башҡортостанда эндоскопик хирургияны үҫтереү  концепцияһы эшләнә. Колопроктология өлкәһендә ғилми мәктәп булдырыла, Республика хирургтары ойошмаһы барлыҡҡа килә.

Вил Тимербулатов 17 йыл буйы Башҡорт дәүләт медицина университетын да етәкләй, уҡыу йортоноң фәнни, матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һала. Шул уҡ ваҡытта ул  операция өҫтәленән дә, фәнни  эҙләнеүҙәрҙән дә ситләшмәй. Туплаған тәжрибәһен, белемен йәш быуынға ла тапшырып өлгөрә.  Ғалимдың уҡыусылары араһында ике тиҫтәгә яҡын фән докторы һәм 50-ләп фән кандидаты бар

Легендар табиптың иң ҙур ҡаҙанышы иһә уның эшен дауам иткән балалары. Вил Тимербулатовтың улдары Мәхмүт менән Шамил да  хирург, медицина фәндәре докторҙары, профессорҙар. Тимербулатовтар династияһының лайыҡлы вәкилдәре.  Улар ҙа практик медицина менән фәнде бергә алып бара. Халыҡ сәләмәтлегенә хеҙмәт итеү беҙҙең ҡанға һеңгән, атайыбыҙ һөнәргә тоғролоҡ өлөгөһө булды, ти Тимербулатовтар.

Вил Мамил улы Тимербулатов меңгә яҡын ғилми хеҙмәт авторы, улар ярты быуат эсендәге фиҙаҡәр  хеҙмәт  һөҙөмтәһе, йылдар буйы тупланған тәжрибә сағылышы. Ғалим хирург оло юбилейын да  бер генә теләк менән ҡаршы ала - медицинаны яңы асыштар менән байытыу, яңы бейеклектәргә күтәреү.

Рәмзиә Кәримова