Сығарылыш тантаналарынан һуң тура имтиханға

Кисә генә туғыҙынсы класты тамамлауҙы байрам иткән малай-ҡыҙҙар бөгөн  төп дәүләт имтихандары тапшыра. Тәүге һынау сит ил теленән. Имтихандар ике өлөштән тора. Бөгөн улар яҙма эш тапшырҙы.

Әммә парта артына ултырыр алдынан уҡыусылар етди контроль  үтә. Тән температураһы тикшерелә, имтиханға инеүсенең шәхесе дәлилләнә, һуңынан металл эҙләүсе ҡапҡалар аша үтергә кәрәк. Телефон, гаджеттар, шпаргалкаларҙан да арынырға тура киләсәк.

Имтиханға сит ил теле уҡытыусылары йәлеп ителмәй. Бынан тыш, һынау ваҡыты видеоҡорамалдар аша күҙәтелә.Барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарына яраҡлаштырылған. Йәмғеһе Башҡортостанда 2639 үҫмер  инглиз, француз, немец һәм испан телдәренән имтихан тапшыра.

Айнур Кәбиров