Бер быуат элек барлыҡҡа килгән балалар ойошмаһы бөгөн яңы юҫыҡта эшен дауам итһә лә, идеялар һәм маҡсаттары изге. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажында.
Иртә менән Әмирә Сәхәүеваны әсәһе пионерҙар сафына алыу тантанаһына әҙерләй. Өҫ-башын тәрбиәләй, прическаһын төҙәтә. Пионерҙарға арналған шиғырҙарын ҡабатлата, күмәк халыҡ алдында ҡаушамаҫҡа, ант биргәндә үҙеңде ышаныслы тоторға кәрәклеге хаҡында аңлата.
Кушнаренко ауылының төп майҙанында район мәктәптәренән пионер сафына алынасаҡ балалар йыйылған. Илебеҙ һәм республикабыҙ гимны башҡарылғандан һуң, барабан маршы аҫтында дружина флагтары индерелә, дружина йырҙары яңғырай. Пионер сафына алынасаҡ малай-ҡыҙҙарҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров тәбрикләп, уҡыуҙарында уңыштар һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек теләне.
Башҡортостан пионерҙары сафына алыныусылар ҙа ата-әсәләре кеүек пионер сафында тәрбиәләнергә теләүҙәре һәм был тантанаға ентекле әҙерләнеүҙәре хаҡында бәйән итте.
Тантанала район пионерҙары Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ла тынлыҡ минуты менән хөрмәт һәм ихтирам белдерҙе. Бөгөн балалар ойошмаһы сафын тулыландырыусылар иһә пионер антына тоғро булырға ынтылыуҙарын күрһәтте.
Кушнаренко район пионерҙар ойошмаһы тарихы үткән быуаттың илленсе йылдарына барып тоташа. Ошо йылдар эсендә пионер хәрәкәте традициялары дауам ителгән, дружина эштәре, музейҙар эшмәкәрлеге һаҡланылған һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән.
Тантаналы шарттарҙа Кушнаренко районы пионерҙар ойошмаһы сафына 315 бала ҡабул ителде. Малай-ҡыҙҙар тырышып уҡырға, дуҫтарына тоғролоҡ һаҡларға, өлкәндәргә хөрмәт менән ҡарарға, илһөйәрҙәр булырға ант итте.
Бер быуатлыҡ пионер ойошмаһының үткәне сағыу һәм йөкмәткеле. Бөгөн был татыу, берҙәм ойошмаға мөнәсәбәте булған олоһо-кесеһе линейкаларҙа, усаҡтарҙа үткәрелгән бәхетле бала саҡ һәм үҫмер йылдарын һағынып иҫкә ала, барабан, борғоларға ҡушылып пионер йырҙарын башҡара. Байрамығыҙ менән, пионерҙар!
Гүзәл Борханова