Көнсығыш менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу әлеге геосәйәси шарттарҙа ифрат та мөһим

 Был йәһәттән Башҡортостан рәсми делегацияһының Үзбәкстанға эшлекле сәфәрен киләсәккә күпер һалыу тип баһаларға мөмкин. Көнбайыш менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшкәндә көнсығыш илдәре менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар бәйләнештәр ҡеүәтле үҫеш өсөн яҡшы форсат бирә.

Был турала Башҡорт Дәүләт университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов белдерҙе.