Яңы уҡыу йылына яңыртылған белем усағына

Федераль программа буйынса Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе төҙөкләндерелә. 1968 йылғы бинала быға тиклем бындай күләмле төҙөкләндереү эштәре башҡарылмаған. Ремонт барышы менән БЮТ каналы хәбәрселәре ҡыҙыҡһынды.

640 балаға иҫәпләнгән белем усағы киләһе йыл 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.Уға әҙерлек сиктәрендә, бинала төҙөкләндереү эштәре башланды. Демонтаж эштәре тамамланған, әле подрядсы – Баймаҡ ҡалаһының СМК-М ойошмаһы 3-сө ҡатта стеналарҙы тигеҙләү менән мәшғүл. Эш тотҡарланмаһын өсөн мәктәп уҡытыусылары мебелдәрҙе күсереүҙе үҙ өҫтөнә алған.

Федераль программа буйынса капиталь ремонт, мәктәп инфраструктураһын яңыртыу ҡаралған. Яңы уҡыу йылын педагогик коллектив һәм балалар заман шарттарына яуап биргән белем усағында ҡаршыларға ниәтләй.

Ремонт эштәре башланыу менән уҡыусылар ҡаланың 4‐се лицейында ике сменаға бүленеп белем аласаҡ. Мәктәп биләмәһендә шулай уҡ «Үҙгәрештәр еле» проекты сиктәрендә лә реконструкция бара. Уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса мәктәп балаларҙы тырышып белем алырға һәм үҙ һәләттәрен асырға булышлыҡ итер.