Үзбәктәнда бизнес-миссияла ҡатнашыусылар 300-ҙән ашыу осрашыу уҙғарған

Сәфәр һөҙөмтәһе булараҡ сәнәғәт өлкәһендәге күләмле килешеүҙәрҙе атарға мөмкин. Машиналар төҙөү, еңел сәнәғәт, косметика һәм төҙөлөш тармағында Башҡортостан компаниялары тауарҙарын ҡайтанан экспортлау тураһында һөйләшеп килешелгән.

20-нән ашыу килешеү, шул иҫәптән 100 миллион һумлыҡ экспорт контракттарына ҡул ҡуйылған. Мәҫәлән, Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанда сығарылған сәнәғәт шартлатҡыстары менән ҡыҙыҡһыныу белдергән.

Благовещен йылдам үҫеш биләмәһендә иһә был ил инвесторҙары миллиард ярым һумлыҡ газ баллондарын етештереү буйынса инвестиция проекты ғәмәлгә ашырырға теләк белдергән. Әле уның өсөн ер участкаһы бүленгән, проект-иҫәпләү документтары әҙерләнә. Белгестәр Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлеге юғары булыуын билдәләй.