Италия Рәсәйҙә Башҡортостанда һауылған һөттән эшләйәсәктәр

Был турала республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Яңауылда әлегә тиклем беҙҙең төбәктә тиңе булмаған предприятие эшләй башланы. «Победа» заводында кальята сыры сығарыла. Был – сыр бөртөктәре, йәғни ярымфабрикат.

Һуңынан уларҙан моцарелла, сулугуни кеүек йомшаҡ сыр төрҙәрен етештереү мөмкинлеге була. Көнөнә 30 тонна һөт эшкәртергә иҫәп бар. Башланғыста тәүлегенә бер ярым тонна сәнәғәт сыры сыҡһа, тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас та был күрһәткесте 3 тоннаға еткереү ҡаралған.

Эштәр уңышлы барһа, проектҡа инвестициялар күләме лә артасаҡ. Шуныһы мөһим, завод тулыһынса Рәсәйҙә етештерелгән ҡормалдар менән йыһазландырылған. Сыр бөртөктәрен Мәскәү, Санкт-Петербург, Смоленск ҡалаларына һатыу пландары бар. Ихтияж ҙур, контракттар төҙөлгән, тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.