Башҡортостанда 300-ҙән ашыу аттракционға эшләүгә рөхсәт бирелгән

Бөгөнгә парктарҙағы күңел асыу ҡоролмаларының күбеһе Өфөлә урынлашҡан. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында каруселдәрҙең барыһы ла техник яҡтан тикшерелергә бурыслы.

Был эште аккредитацияланған һынау лабораториялары ғына башҡарыу хоҡуғына эйә. Аттракциондарҙың йәйге миҙгелгә әҙерлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.

Уларҙың эше ерҙә лә, ҡош осошо бейеклегендә лә булыуы мөмкин. Үтә лә яуаплы һөнәр тәү сиратта кешеләр хәүефһеҙлеге менән бәйле. Сөнки ял итергә барып фажиғәгә юлығыу осраҡтары йыш булмаһа ла теркәлеп тора.

Шуларҙың береһе яңыраҡ Нефтекамала булды. Каруселдә әйләнгән ике ҡыҙҙың тән йәрәхәттәре алыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау өсөн аттракциондарҙың эшмәкәрлеге даими контролдә тотола. Объектҡа техник яҡтан баһа биреү өсөн белгестәр һәр деталде ентекләп тикшерә.

Рәсәйҙә аттракциондарҙың техник торошон аккредитацияланған һынау лабораториялары тикшерә. Уҙған йылдарҙа республикала был эш менән махсуслашҡан 6 ойошма шөғөлләнгән. Тейешле документ бирелмәйенсә бер генә карусель дә халыҡты хеҙмәтләндерергә тейеш түгел.

Һәр аттракционға тағы ла автомобилдәге кеүек дәүләт номеры бирелә. Әйткәндәй, күңел асыу ҡоролмаларын теркәү, дөйөм алғанда аттракциондарҙы файҙаланыу һәм уларҙың техник торошон күҙәтеү менән гостехнадзор органдары шөғөлләнә.

Күңел асыу ҡоролмалары үҙенең экстремаллеге буйынса 4 төркөмгә бүленә. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин майҙаны эргәһендәге паркта аттракциондар һаны 30-ҙан ашыу. Шуларҙың тиҫтәгә яҡыны РБ 1, йәғни иң хәүефле төркөмгә ҡарай. Әммә тикешереү барышында каруселдәрҙең барыһына ла бер үк иғтибар бүленә.

Дөйөм алғанда, бөгөн республикала мең ярым самаһы берәмек күңел асыу ҡоролмаһы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала урынлашҡан. Белгестәр ҡалған арттракциондарҙың техник торошон июнь аҙағына тиклем тикшереп сығырға йыйына.

Илдар Байбулатов