Археологик ҡаҙылмалар барышында боронғоларҙың көнкүреш предметтары насар хәлдә йәки айырым өлөштәре генә табыла. Дөрөҫ фәнни һығымталар яһау һәм әйберҙәрҙең ысынбарлыҡта ниндәй булғанын күрһәтеү маҡсатында Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында 3Д лаборатория асыла.
Унда студенттар мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һанлаштырыу һәм уларҙы реконструкциялау эштәре менән шөғөлләнә. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған лабораторияла көршәк, балсыҡ һауыттырҙың ваҡ деталдәрен, һәр һыҙығын яҡынайтып ҡарарға була.
3Д күсермәләрҙән виртуаль музей эшләнгән. Уның менән телгән һәр кем вуздың сайтына инеп таныша ала.
Әлфинә Килдейәрова