Иглин районында «Көмөш» ирекмәндәр» форумы ойошторолдо

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Иглин районында «Көмөш» ирекмәндәр» форумы ойошторолдо. Күләмле сара муниципалитетта әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған пенсионерҙарҙы берләштерҙе.

Волонтерлыҡ хәрәкәтен үҫтергән өсөн һәр ҡайһыһына урындағы хакимиәттән Почет грамоталары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Флүзә Хәкимова ла булды. 2017 йылда тап уның ныҡышмаллығы менән районда «көмөш» йәштәге ирекмәндәр сафы тулылана башлай. Форумда изге эштәргә ынтылыусылар һаны тағы ла егерме кешегә артты.

Иглин районы «Көмөш» ирекмәндәрен сәнғәткә һөйөү ҙә берләштерә. Форумға саҡырылған ҡунаҡтар өсөн улар сағыу концерт программаһы әҙерләгәйне. Шулай уҡ сара сиктәрендә декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Унда хаҡлы ялдағыларҙың ижади эштәре урын алды. Оҫталар араһында һәүәҫкәр рәссамдар ҙа күп булыуы билдәләнде.

Гөлназ Хәйбуллина