Өфөлә «Уралсиб» банкы ҡыйығында ыласын балалары тыуған

Йыртҡыс ҡоштарҙың донъяға килеүен тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин, сөнки 2019 йылдан банк хеҙмәткәрҙәре ыласын ғаиләһе тормошо тураһында онлайн-трансляция алып бара.

Орнитологтар ошо көндәрҙә тағы ла ике ҡошсоҡ моронлаясаҡ тип фаразлай. Ыласындар банк ҡыйығын бер нисә йыл элек үҙ итеп, май айында ҡошсоҡтарына ғүмер бирә.

Флорида Ким