Өфөлә программалар эшләү буйынса 25-се Урал чемпионаты башланды

Ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә командалар ҡатнаша.

Быйылғы чемпионат Өфө дәүләт авиация техник университетының 90 йыллығына арнала. Был осраҡлы түгел, һуңғы 5 йылда сәмле ярыштар тап ошо уҡыу йорто базаһында ойошторола.

Һайлап алыу туры 21 майҙа үткән, Башҡортостанға иһә төбәк кимәлендә еңеү яулаусылар килгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, программалалар әҙерләү рәсми рәүештә спорт төрө тип танлыған. Тик ул башҡа йүнәлештәрҙән айырмалы рәүештә интелектуаль көс талап итә. Был ярышҡа компьютер генийҙары йыйылған тип әйтергә мөмкин.

Өфөләге чемпионат бер нисә этапты үҙ эсенә ала, йәштәр теорияны үҙләштереү кимәлен дә күрһәтә, туплаған белемдәрен ғәмәлдә лә һынап ҡарай.

Айти технологиялар йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә йылдан-йыл был чемпионатта ҡатнашырға теләүселәр арта, һынауҙар ҡатмарлаша. Башҡортостан командаһы ла лайыҡлы сығыш яһай, республикала программалар әҙерләү мәктәп партаһы артында уҡ башлана, һөнәри һәм юғары уҡыу йортарында ла был йүнәлешкә етди иғтибар бирелә.

Сергей Новиков, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры

Рәмзиә Кәримова