Бөгөн Радий Хәбиров Ҡазанда үткән «Рәсәй – ислам донъяһы» ултырышында ҡатнашты

Быйыл ул «Этномәҙәни күп төрлөлөк, милләт һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлауҙа Рәсәй тәжрибәһе» тигән темаға арналды. «Башҡортостандың ислам уҡыу йорттары яҡын Көнсығыш һәм Үҙәк Азия уҡыу үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр Рәсәй мосолмандары диниә назараты башланғысы менән беҙҙә ислам мәғарифына булышлыҡ иткән Евразия берләшмәһе булдырылды.  

Быйыл сентябрҙә Волга Болғарҙарының ислам динен ҡабул итеүенең 1 мең 100 йыллығы билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә Рәсәй Ислам университетының яңы корпусын асыу ҡарала. Дини ойошмалар беҙҙең ышаныслы партнерҙар. Беҙ рухи лидерҙарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ. Улар беҙгә экстремизм, терроризм һәм нацизм менән көрәштә лә ярҙам итә», тип белдерҙе Радий Хәбиров.