Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ут сығыу осраҡтары ике тапҡырға кәмегән. Янғын арҡаһында 219 гектар биләмә зыян күргән.
Ваҡиғаларҙың күбеһенә кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәпсе булған. Шуға бәйле тәбиғәт янғындарында ғәйепле тип табылған граждандарға штраф күләме 10 тапҡырға арттырыла. Дәүләт Думаһы ошо турала закон проектын хупланы. Уға ярашлы, урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 30 мең һумға тиклем штраф һалына.
Быға тиклем ул 3 мең һум ине. Урман ситендә, урманға яҡын биләмәләрҙә хәүефһеҙлек сараларын күрмәйенсә усаҡ яғыусыларға 40 мең һумғаса түләргә тура киләсәк .