Рәсих Ханнановтың яҡты иҫтәлегенә

Билдәле башҡорт әҙибе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсих Ханнановтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Аҡ күгәрсен» ижади конкурсында шағирә Фирүзә Абдуллина еңеү яуланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йырсы-шағирҙар араһында ойошторолған бәйге Рәсих Нурғәли улының 90 йыллығына арналды. Проект «Мәҙәни башланғыстар» Президент фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Бәйгенең тәүге йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, 70-ләп эш ҡабул ителгән. Улар араһында иң оло ҡатнашыусыға 85 йәш. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы

Рәсих Ханнановтың тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Сара сиктәрендә әҙиптең тормошо һәм ижад юлына бәйле бай күргәҙмә лә ойошторолғайны. Унда шағирҙың ғаилә архивынан алынған һирәк фотолар менән бергә, билдәле китаптары ла ҡуйылды.