Тимер ҡоролмалар быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Был сара шиханға туристарҙың төрлө яҡлап менеүен сикләү маҡсатында эшләнелә. Белгестәр бөгөн Торатауҙа дүрт тиҫтәләп тәбиғи һуҡмаҡ барлығын билдәләй. Ошо рәүешле «Ҡыҙыл китап»ка ингән үҫемлектәргә хәүеф янай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Торатауҙағы үҫемлектәрҙең һәммәһе лә «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән тиерлек. Әммә, ҡырағай туризмдың йылдам үҫеше йоғонтоһонда һирәк осраған үҫемлектәргә хәүеф янай. Яҡын арала сара күрелмәһә уның ҡоро ҡая-ташҡа тиклем ҡалыу хәүефе янай.
Ғөмүмән, Торатау менән бергә, Ҡуштау һәм Йөрәктау битләүҙәре лә һирәк осраған үҫемлектәргә бай. Һәр шиханда бер-береһен ҡабатламаған флора һәм фауна донъяһын белгестәр күптән дәлилләгән. Торатауҙа «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән 16 төр үҫемлектең 8-е Рәсәйҙә юҡ кимәлдә.
Геопарк үҫеше менән бергә, һуҡмаҡтар ҙа арта. Бер көн эсендә генә Торатауға меңдән ашыу кеше килеп урай. Тереклек донъяһын хәстәрләп белгестәр шиханға күтәрелеүҙе бөтөнләй тыйыу тәҡдимен күтәрә. Бындай ҡарарға килмәҫ өсөн туристарға альтернатив ысул тәҡдим ителә.
Торатауға урынлаштырыласаҡ баҫҡысты белгестәр төрлө яҡлап уйланып эшләнеүен билдәләй. Ул үҫемлектәргә иркенләп үҫергә ирек бирәсәк. Тимер ҡоролманы шихандың төньяҡ-көнсығыш битләүенән эшләү күҙаллана. Бөгөн тәүге эштәр башланған да инде.
Торатауға илткән баҫҡыс оҙонлоғо 402 метр самаһын тәшкил итәсәк. Экоһуҡмаҡта ял итер өсөн махсус майҙансыҡтар ҙа ҡороу күҙаллана.
Бынан тыш, Торатау битләүенә урынлаштырыласаҡ баҫҡыс балаларға, мобиль булмаған граждандар өсөн дә ҡулай булмаҡсы. Ғәмәлдә ул уникаль тау тоҡомона үрләткән берҙән-бер һуҡмаҡ булып ҡалыр тип көтөлә. Шулай ҙа уникаллеген киләсәктә лә һаҡлау туристар мәнфәғәтендә ҡала.
Азат Ғәлиуллин