Ҡар өҫтөндә хәрби уйындар. Әбйәлил районында мәктәп уҡыусыларының быйылғы йыйыны ҡатмарлы һауа шарттарында үтте. Тәүҙә йәшел үләндә, икенсе көнө ҡар кисеп ҡорал һәм противогаз менән эш итергә, төрлө нормативтар тапшырырға, сафта йөрөргә өйрәнде. Буласаҡ ил һаҡсыларының йыйыны хаҡында киләһе репортажда.
Әгәр ҙә кәкүк ҡоро ағаста саҡырһа, боронғолар көндөң боҙолоуына юраған. Әбйәлилдәге хәрби йыйындарҙың беренсе көнөндә сәйер ҡошҡа бер кем дә иғтибар итмәй. Әммә иртәгеһенә «Ирәндек» лагеры биләмәһе аҡ юрғанға төрөнә. Шуға ҡарамаҫтан май өсөн ғәҙәти булмаған һауа торошо сараны юғары кимәлдә үткәреүгә ҡамасаулай.
Хәрби йыйынға район мәктәптәренең 10 класс уҡыусылары һәм Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы студенттары саҡырылған. Буласаҡ ил һаҡсылары ике көн дауамында тигеҙ сафтарҙа атларға өйрәнгән, тактик һәм хәрби әҙерлектәрен тикшергән, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын камиллаштырған.
Йыйында ҡатнашыусылар тарих менән дә танышты. Йәш быуында айырыуса Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан һуғыш ҡоралдары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәбиғәт ҡосағындағы был сара егеттәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә һәм уларҙы физик яҡтан сыныҡтырырға үҙ өлөшөн индерҙе.
Илдар Байбулатов