Бөгөн стационарҙағы төҙөлөш барышы менән Каринэ Хәбирова танышты. Ауыр сиргә дусар булғандарға паллиатив ярҙам күрһәтеү объектын төҙөү идеяһы 2019 йылда барлыҡҡа килә. Тик төҙөлөштө финанс мәсьәләһе тотҡарлай.
Әлеге ваҡытта эштең яртыһынан күбеһе теүәлләнгән: иҙәндәр һалынған, тәҙрәләр ҡуйылған, ихатала төҙөкләндереү саралары башланған. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән, 20-һе – балалар өсөн. Хосписта бассейн, ҡышҡы баҡса, намаҙ уҡыу бүлмәләре, кескәйҙәр өсөн күңел асыу зонаһы ла буласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина