Дәүләкәндә махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән лейтенант Артур Батыровты ерләнеләр

Яугир яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Артур Батыров менән хушлашыу барышында республика етәксеһе офицерҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уның һуңғы минутҡаса хәрби ант һәм Ватан алдындағы бурысҡа тоғро ҡалыуын билдәләне.

Яуҙа күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Артур Батыровҡа үлгәндән һуң бирелгән Шайморатов орденын Башҡортостан башлығы офицерҙың ата-әсәһенә тапшырҙы.

Артур Батыров 1993 йылғы. Уның бала һәм үҫмер сағы Дәүләкән ҡалаһында үтә. Бәләкәйҙән Ватан һаҡсыһы булырға хыяллана. 2012 йылдың көҙөндә Ҡораллы көстәр сафына саҡырыла, ә 2013 йылда Хрулев исемендәге хәрби академияға уҡырға инә. 2020 йылдың ноябренән Көнбайыш хәрби округының 1-се гвардия танк армияһында мотоуҡсылар взводы командиры була.

Хеҙмәттәштәре араһында үҙен тик яҡшы яҡтан танытып өлгөрә. Ярҙамсыл, эскерһеҙ, изге күңелле кеше була. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Артур Батыров Рәсәй Президенты указы менән «Ҡаһарманлыҡ ордены»на тәҡдим ителгән.