Бөгөн 44-се поликлиникала проектта ҡатнашыусы 4 пациент менән килешеү төҙөлдө һәм ҡорамалдар тапшырылды. Республика кардиология үҙәге белгестәре булдырған программа Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Депутат башланғысты күтәреп сығып, республикала 100 пациентта уны һынап ҡарау ойошторолған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалары дауаханалары ҡушылған проект йөрәк- ҡан тамырҙары системаһы буйынса хроник сирлеләрҙең сәләмәтлеген контролдә тотоуҙы, ауырыуҙың ҡатмарлашыуына юл ҡуймауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Проектта ҡатнашыусыларға мобиль ҡушымта менән эшләй торған ҡорамал, пульсоксиметр, ҡан баҫымын үлсәү аппараты һәм кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға үлсәү тапшырыла. Мобиль ҡушымта аша һәр кем йөрәк эшмәкәрлеген тикшереп үҙ кардиологы почтаһына ебәрә. Был аҙанаһына бер- ике тапҡыр эшләнә. Һынауға инфаркт, ҡатмарлы операция үткәргән, йөрәк етешһеҙлеге һәм башҡа сирҙәрҙән интегеүселәр һайлап алынған.
Рәмилә Исмәғилева