Спорт сараһы «Башҡортостан мәктәптәренә спорт көрәше» республика программаһы буйынса ойошторолдо. Сыуаш-Ҡыбау ауылы мәктәбендә Советтар Союзы геройы Павел Пономаревтың яҡты иҫтәлегенә көрәш икенсе тапҡыр уҙғарылды.
Был мәктәптә алты спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары үҫеп сыҡҡан. Спортсылар ирекле көрәш буйынса Европала икенсе урын яулаған.
Киләсәктә көрәш буйынса чемпиондар әҙерләү маҡсаты тормошҡа ашырыла.Турнир ауыл хужалығы предприятиеһы ярҙамында үтә. Көрәштә республиканың тиҫтәнән ашыу төбәгенән йөҙҙән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.
Рәмилә Исмәғилева