8-се гуманитар конвой менән утлы төбәккә оҙатылған ҡоролмалар тәғәйен урынға барып етте. Хеҙмәт вахтаһы составында бер төркөм эшселәр, атап әйткәндә, табиптар юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бригадалары Красный Луч составында эшләй.
Аҡ халатлылар диспансер тикшереү уҙғара. Юлсылар ҡала урамдарындағы соҡорҙарҙы ямай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һыу селтәре һәм коммуналь инфраструктураны төҙөкләндерә. Улар шулай уҡ Петровское ҡалаһында балалар уйын майҙансығы төҙөлөшөн дә алып бара.
Асфальт-бетон заводын эшкә көйләү менән 2014 йылдан ремонт күрмәгән Луганск халыҡ республикаһы юлдарын төҙөкләндереү эштәре башланырға тейеш.