Әле планда билдәләнгән майҙандарҙың 72 процентында эштәр тамамланған. Хужалыҡтар 1 миллион 570 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәскән. Уның күпселек өлөшө иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә.Дәүләкән районында иртә культуралар сәсеү 92 процентҡа теүәлләнгән. Көндәр аяҙ торғанда эштәрҙе бер аҙнала башҡарып сығырға иҫәп тотабыҙ, ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Рафаиль Әхмәтйәнов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт