Яңы производствоға «Газ.Нефть.Технологиялар» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә старт бирелде. Утыҙынсы тапҡыр ойошторолған күләмле сара хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Газ. Нефть. Технологиялар» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумын асыу тантанаһында Стәрлетамаҡтағы «РН-Кат» предприятиеһы менән видеобәйләнеш булдырылды. Заводта Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып гидрокрекинг катализаторы сәнәғәт кимәлендә етештерелә башланы.
Яңы производство Евро-5 классындағы мотор яғыулығының юғары сифатлы төрҙәрен сығарыу күләмен арттырыуға йүнәлтелгән. Нефть эшкәртеү тармағында импортты алмаштырыу буйынса уңышлы башланғыстарҙың береһе. Туҡһан йыл эсендә Башҡортостан илдең «ҡара алтын» флагманы һәм терәк төбәгенә әйләнде. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров та үҙ сығышында нефть химияһы һәм газ тармағы республика иҡтисады нигеҙе булыуын билдәләне.
Форумды асыу тантанаһынан һуң 250 компанияны берләштергән күргәҙмә буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡоростай ныҡ, юғары сифатлы һәм ышаныслы. Сәнәғәт компаниялары эшмәкәрлегендә ҡулланған яңы ҡорамалдар һәм етештереү ҡеүәтен күрһәтте.
Рәсәйҙә етештерелгән. Был яҙыуҙы һәр экспозицияла тиерлек күрергә мөмкин. Бәләкәй генә деталдәрҙән алып заманса эшкәртеү ҡорамалдарына тиклем. Барыһы ла нефть һәм газ сәнәғәте өсөн. Башҡортостанда ойошторолған күргәҙмәнең тармаҡты үҫтереүгә, яңы технологияларҙы үҙләштереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
«Газ. Нефть.Технологиялар» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы утыҙынсы тапҡыр үтә, быйылғы сара башҡорт нефте сығарыла башлауға туҡһан йыл тулыуға арналған.
Белоруссиялағы нефть һәм химия дәүләт концерны етәкселеге Башҡортостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе. Әлегә тауар әйләнеше 314 миллион доллар күләмендә, үҫеш өсөн потенциал ҙур булыуы билдәләнде. Көнбайыш санкциялары баҫымы шарттарында был айырыуса көнүҙәк. Шул уҡ ваҡытта Үзбәкстан менән дә иҡтисади бәйләнештәр нығый башланы.
Халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек ептәре эшлекле программа сиктәрендә лә нығынды. Сараның тәүге көнөндә «Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексы - үҫеш трендтары, саҡырыуҙар һәм фараздар» тип исемләнгән стратегик сессия эшләне. Химия комплексы предприятиелары араһында һаҡсыл производство буйынса беренселек үтте. Шулай уҡ форумда тармаҡ өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе күтәрелде.
Форум сиктәрендә нефть һәм газ сәнәғәте тармағында фиҙаҡәр хеҙмәт иткән замандаштарыбыҙ юғары дәүләт наградалары менән билдәләнде.
Халыҡ-ара форумдың тәүге көнө һөҙөмтәле үтте. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы яңы микрорайонға зәңгәр яғыулыҡ ебәрелде. Объекттың оҙонлоғо 19 саҡрым тәшкил итә. Уның ярҙамында 254 йортҡа газ киләсәк. Күргәҙмәгә килгәндә, ул 27 майға тиклем эшләй. Ил сәнәғәте үҫешенә тос өлөш индергән күләмле сараға меңдәрсә кеше шаһит булыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина