М-5 «Урал» федераль әһәмиәтендәге юлды үҙгәртеп ҡороу өс район: Өфө, Калинин, Иглин аша үтә. Объектта төҙөлөш барышы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Мәскәү менән Силәбене тоташтырыусы трассала юл трафигы ҡатмарлы. Транспорт ағымы көслө, тәүлегенә 50 меңдән ашыу автомобиль үтә. 26 саҡрымлыҡ ике участок бер-нисә этапта 2018 йылда файҙаланыуға тапшырылған. 14 мең километрлыҡ был участокты реконструкциялауға 2019 йылдың майында тотонғандар.
Объекттың хаҡы 9 миллиард һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта Юрмаш йылғаһы аша күперҙең һул яҡ өлөшө төҙөлөп бөткән. Туғыҙ саҡрым ярымда асфаль-бетондың түбәнге ҡатламдары һалынған, тимер юлы аша үткәүелдең уң өлөшө төҙөлгән. Техника етәрлек, эш ике сменала ойошторолған.
Объектта яһалма яҡтыртыу ҡорамалдары ҡулланыласаҡ. Ауыр йөк машиналары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында автоматлаштырылған юл системаһы урынлаштырыласаҡ. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар хәүеф-хәтәр хаҡында мониторҙар аша иҫкәртеләсәк. Быйыл М-5 «Урал» трассаһы менән Шаҡша ҡасабаһын бәйләүсе 1492-се километрҙа реконструкция эштәре планлаштырыла. 1 июндән 30 сентябрға тиклем был участокта хәрәкәт сикләнә.
1Б категорияһындағы 14 саҡрым юлда алты юл һыҙаты буласаҡ.Транзит транспорты ағымы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн йәйәүлеләргә өс үткәүел, Өфө районы Шамонин һәм Урыҫ Юрмашы боролошонда автомобиль хәрәкәте өсөн үткәүелдәр ҡаралған. Объект 2023 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова