Бөгөн Халыҡ-ара кадрҙар хеҙмәткәрҙәре көнөндә республика медицина учреждениеларының кадрҙар бүлеге етәкселәре Өфөгә йыйылды. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханала үткән тәүге форумда кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләләре ҡаралды, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сараны Республика профсоюз ойошмаһы менән берлектә ойошторған. Профсоюзға кадрҙарға, хеҙмәткә ҡағылышлы былтыр 11 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, уның 91 проценты хеҙмәткәрҙәр файҙаһына хәл ителгән.
Пандемия ваҡытында коллектив килешеү, медицина персоналының бурыстарына ҡағылышлы һорауҙар күп булған. Кадрҙар бүлектәрендә эшләүселәргә ойошмалар коллективы менән күберәк аңлатыу эштәре алып барыу мөһимлеге билдәләнде.
Рәмилә Исмәғилева