Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында ашнаҡсылар өсөн һөнәри конкурс ойошторолдо

Студенттарға белем биреүсе хеҙмәткәрҙәр араһында үткән бәйгелә ҡатнашыусылар милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫталығы менән уртаҡлашты. Уларҙың эшен Өфө ресторандары ашнаҡсылары баһаланы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Тәмле, сифатлы һәм файҙалы. Ашнаҡсылар конкурсында көс һынашыусылар ризыҡтарҙы ошо талаптар буйынса ваҡытҡа бешерә. Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында студенттарҙы уҡытыусы белгестәр үҙ-ара көс һынашып, белемен камиллаштыра.

Конкурста ҡатнашыусы туғыҙ ашнаҡсы милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫталығы менән уртаҡлашты. Туҡмас ҡырҡып, ҡыҫтыбый, тултырылған тауыҡ бешергән гүзәл-заттар йыл һайын йөҙәрләгән студентҡа ашнаҡсы һөнәрен үҙәләштерергә ярҙам итә. Уларҙың эшен Өфө ресторандарынан килгән белгестәр баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне.

Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында йыл һайын аш-һыу өлкәһендә эшләүсе 1500 студент тамамлай. Улар кафе, ресторан, мәктәп, дауахана һәм учреждение ашханаларында эшкә урынлаша. Баш ҡала һәм район үҙәктәрендә яңы кафе һәм туҡланыу урындары асылып тора.

Белгестәр әйтеүенсә, хеҙмәт баҙарында ашнаҡсыларға ҡытлыҡ көслө. Пандемия башланған айҙан уҡ байтаҡ кеше ашнаҡсы һөнәренән баш тартҡан. Өфөлә ашнаҡсыларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителә, тик ашнаҡсынан тырышлыҡ, даими үҫеш һәм эшеңде ысын күңелдән яратыу талап ителә.

Флорида Ким