Башҡортостан балалары «Йәшел планета» тип исемләнгән халыҡ-ара фестивалгә ҡушылды.
Экологик тәрбиәгә арналған сара Өфөнөң «Химик» мәҙәниәт һәм күңел асыу үҙәгендә үтте. Бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Йондоҙҙар һәм балалар ҡатнашлығындағы үҙенсәлекле фотокүргәҙмәгә тамаша ҡылды.
Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән экологик форум Башҡортостандың төрлө тәбәктәрендә йәшәүсе тәбиғәт дуҫтарын йыйҙы. Экологияға арналған конкурста әүҙемлек күрһәтеүсе балалар иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде. Йәш экологтарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәйнетдин тәбрикләне.
Гүзәл Борханова