Өфөлә йәш хәбәрсе исеме мәңгеләштерелде

Ваҡытлы матбуғат биттәрендә әүҙем хеҙмәттәшлек иткән, әммә 17 йәшендә генә ғүмере өҙөлгән Йәмил Сәйҙәлиевтың китабы донъя күрҙе. Авторҙың мәктәп йылдарында донъя күргән шиғыр, мәҡәләләре айырым йыйынтыҡ булып Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында нәшер ителде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Кесе Ватанына, әсә теленә, туған халҡына һөйөү аша. Авторҙың дәрт, өмөт менән һуғарылған ялҡынлы ижады  тынлыҡтан һуң яңынан терелде. Айырым китап булып... Ололарса фекер йөрөткән, сәсән телле 17 йәшлек Йәмил Сәйҙәлиевтың шиғри әҫәрҙәре бөгөн Башҡорт дәүләт университетында яңғырай икән, тимәк ижады ла йәшәй.

«Баймағымда алһыу таң атты» исемле китап Мостай Кәрим фонды ярҙамында донъя күрә. Был осраҡлы түгел. Йәмил Сәйҙәлиевтың ваҡытында Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына арналған конкурста ҡатнашып еңеү яулай. Ҡыҙғанысҡа, бүләген алыу насип булмай.

Ҡыҫҡа, әммә яҡты эҙ ҡалдырып өлгөргән ғүмерендә Йәмил ваҡытлы матбуғат аша танылыу ала. Тос фекерҙәре менән ул матбуғат вәкилдәренең генә түгел, халыҡ әҙиптәренең дә күңелен яулай.

Тап үҙ быуынының тауышы ошо көндәрҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияларында ла ишетелер тип көтөлә. Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән фонд хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Йәмил Сәйҙәлиевтың рухын мәңгеләштергән китаптың исем туйын тыуған Баймаҡ районында ла ойоштормаҡсы.

Азат Ғәлиуллин