Зыяфат Мостафин: "Ветеринар кешелекте дауалай"

“Табип кешеләрҙе, ә ветеринар кешелекте дауалай”. Мәшһүр ғалим Иван Павлов шулай тигән. Башҡортостан ветеринарияһы аҡһаҡалы Зыяфат Мостафин да был фекер менән килешә. Ул 1972 йылда бер туған ағаһынан өлгө алып, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Мәләүез районы Ашҡаҙар совзохында башлай. Бер нисә йылдан йәш белгес ғаиләһе менән Бүздәккә күсенә. “Ул йылдарҙа мал күп булды. Эшемде күңел биреп, яратып башҡарҙым. Һәр саҡ кешеләр алдында яуаплылыҡ тойҙом", - ти хеҙмәт ветераны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Зыяфат Мостафин 40 йылдан ашыу ғүмерен ветеринарияға бағышлаған. “Бөгөн сығарылыш класы уҡыусыларының Һуңғы ҡыңғырау байрамы. Улар алдында һөнәр һайлау бурысы тора. Ветеринар ҙа яҡшы һөнәр, - ти ул. Хеҙмәт ветераны был көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләй.