Республикала 3 мең самаһы кешегә талпан ҡаҙалған, уларҙың 1 меңгә яҡыны балалар

Бөжәктән хәүефле ауырыу - боррелиоз һәм энцефалит йоғоуы ихтимал. Ваҡытында табип ярҙамы алыу өсөн талпанды анализға тапшырыу мөһим. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова белдереүенсә, бөжәкте тикшереү түләүле.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында талпанды энцефалит һәм боррелиозға тикшереү  800 һум самаһы тора. Республикала талпан энцефалитын иҫкәртеү буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған. Һорауҙарға ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте белгестәре яуап бирә.  Элемтә телефоны: 8-800-700-90-30.