Бөгөн Өфөлә “Албанов уҡыуҙары” үтә

Бөтә Рәсәй ғилми- ғәмәли конференцияһы Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арнала.  Сара  барышында 16-сы гимназияла легендар ҡотопсо исемендәге география кабинетын асыу тантанаһы  була. Валериан Альбанов Өфөлә тыуған. Сәйәхәтсе һәм ғалим 20-се быуат башында Арктиканы өйрәнә.