Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәктәп тамамлаусы уҡыусыларҙы һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бөгөн Башҡортостандың 1295 мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Быйыл республикала 16 798 уҡыусы мәктәп тамамлай.
«Ошо уңайҙан 11-се синыф уҡыусыларын, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы ҡотлайым. Һәм, әлбиттә, егет-ҡыҙҙарға сығарылыш имтихандарын тыныс һәм ышаныслы үтеүен теләйем. Барлыҡ хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын. Хәйерле сәғәттә!» – тип яҙған Башҡортостан башлығы.