Саҡмағош гимназияһы – «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ мәктәбе»

Саҡмағош гимназияһы «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ мәктәбе», «Электрон белем биреү», бер-нисә тапҡыр «Иң яҡшы ауыл мәктәбе» конкурсы еңеүсеһе. Быйыл белем усағын 48 уҡыусы тамамлай, улар араһынан 5 гимназист алтын миҙалға дәғүә итә. Башҡортостандың иң яҡшы белем биреү учреждениеһының береһендә  үткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барып күрҙе.

Саҡмағош районында быйыл мәктәпте 114 уҡыусы тамамлай, уларҙың 48-е район үҙәгендәге гимназияла белем алған. «Заманса мәктәп» федераль проекты, «Үҫеш нөктәһе» проекттарында, әүҙем ҡатнашыусы егеттәр-ҡыҙҙар яратҡан уҡытыусылары, икенсе тыуған йортона әүерелгән мәктәптәре менән хушлашыу минуттарын берсә талпынып, берсә тулҡынланып ҡаршыланы.

Коронавирус инфецияһына бәйле сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, һуңғы ҡыңғырау тантанаһы өс сығарылыш синыфы һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында гимназияның спорт залында үтте. Ата-әсәләр оло тормошҡа аяҡ баҫасаҡ ул-ҡыҙҙарына теләктәрен  еткерҙе.

11-се класстарға һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы беренсе класс уҡыусыһы Виктория Баҡыеваға һәм сығарылыш класынан Алмаз Камалетдиновҡа йөкмәтелде. Һуңғы ҡыңғырау сыңы оҙатыуында ун бер йыл буйы ошо стеналарҙа ҡанаттарын нығытҡан йәштәр оло тормош юлына аяҡ баҫа, класс етәкселәренең йылы ҡанаты аҫтынан айырыла. Уҡытыусылар ҙа тәрбиәләнеүселәребеҙ оло тормош даръяларында һынатмаҫ, тигән ышаныста ҡала.

Ун беренселәр өсөн дәрестәр тамамланды, ҡыңғырау ҙа башҡаса дәрескә саҡырып сыңламаясаҡ. Ул бөгөн бары тик яңы маҡсаттарға һәм бурыстарға ынтылыусы йәштәргә фатиха бирҙе тип әйтергә мөмкин.

Саҡмағош гимназияһының 48 уҡыусыһына бөгөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. 11 йыл буйына көткән тулҡынландырғыс минуттар артта. Ә алда географиянан, химиянан һәм әҙәбиәттән имтихандар башлана.

Гүзәл Борханова