Белем усағын быйыл 44 уҡыусы тамамланы. Киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуйған егет-ҡыҙҙарға уҡытыусылар коллективы ла ҙур өмөттәр бағлай.
Алда сығарылыш синыфы уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Артабан һөнәр һайлау. 11-сене тамамлаусы Батырхан үҙен киләсәктә табип итеп күрә. Бөгөн ул тиҫтерҙәре менән бергә 11 йыл буйы белем биргән уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.