Башҡортостан предприятиеһы ПВХ-торбалар сығарыу буйынса илдә иң яҡшы тәүге өсәү иҫәбендә

Стәрлетамаҡ районындағы «БашПолимерПласт» ойошмаһы йылына 3200 тоннанан ашыу продукция - һыу һибеү шлангылары, һыу үткәргес һәм канализация торбалары сығара. Тимер торбалар менән сағыштырғанда, ПВХ-торбалар файҙаланыуҙа арзаныраҡ, еңелерәк һәм оҙаҡҡа етә. Уның гарантиялы ҡулланыу ваҡыты – 60 йыл. Предприятие йыһаздарҙың күп өлөшөн үҙаллы проектлай һәм етештерә.

Етештереү майҙанын арттырыу инвестпроект сиктәрендә мөмкин буласаҡ. Ул импортты алмаштырыу йүнәлешендә ҡороласаҡ. Химик завод етәкселәре предприятиенан алыҫ булмаған биләмәлә яңы объекттар төҙөмәксе. Әммә 2023 йылға тиклем 20 гектарлыҡ ер менән файҙаланыу хоҡуғы икенсе физик шәхестә.

Яңы комплекстар булдырыу етештереү ҡеүәтен ике тапҡырға арттырып, 40 кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк. Әлеге ваҡытта предприятиела инвестпроект сиктәрендә яңы йыһаздар һатып алынған, был эштең бер өлөшөн автоматлаштырасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина