Башҡортостан аша үткән федераль трассала тәүге тапҡыр диодлы яҡтылыҡ маяҡтары ҡулланыла башланы

Был мөмкинлек Илеш районы юлдарын капиталь төҙөкләндерелгәндән һуң булдырылды. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Лаяшты ауылы эргәһендәге завод 2020 йылдан эшләй. Бөгөнгә тиклем предприятиеның бер минутҡа ла тынғаны юҡ. Эш тә компьютерлаштырылған. Асфальт өсөн килтерелгән сеймалдың һәр граммы тигәндәй теркәлә бара. 270 килограмға һыйҙырышлы буферҙар бер сәғәт сәғәт тултырылып тора, шунда уҡ камаздарға тейәлеп оҙатыла.

 Бында беҙ асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереүҙең тулы циклын күрә алабыҙ. Сеймал тейешле күләмдә бункер-дозаторҙарға тултырылып махсус барабандарҙа киптерелә. Транспорт лентаһында ҡыйҙан таҙартыла. Унан һуң, минераль, инерт, битум ҡатнашмалары ҡушыла.

Артём Солдатов, асфальт-бетон заводы хеҙмәткәре

М7 федераль трассаһында машиналар менән бер рәттән, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында ла - йәнлелек. Тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Тығындар ҙа юҡ кимәлдә. Ни бары төҙөлөш барған учаскаларҙа реверсив хәрәкәт булдырылған.

Юлдағы элекке асфальт ҡатламы ҡабаттан файҙаланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Заказсы һорауы буйынса беҙ цемент, ҡырсынташ, битум эмульсияһын өҫтәп ҡабат тигеҙләп түшәйбеҙ. Был эш материалдары экономиялау менән бергә, ваҡытты ла сарыф итмәҫкә булышлыҡ итә.

Сергей Пермяков, «Дортехстрой» йәмғиәте директоры урынбаҫары

Федераль трассалағы капиталь ремонт хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алынып эшләнә. Боролош, ҡалҡыу урындар киңәйтелеп, өҫтәмә һыҙаттар булдырыла. Шулай уҡ төн йөрөгән машиналар өсөн республикала тәүге тапҡыр федераль юлда диодлы яҡтыртыу маяҡтары ҡулланыла башланы.

Башҡортостанда беренсе тапҡыр ҡулланылған ҡоролма водителдәргә өҫтәмә мәғлүмәт биреүе менән өҫтөнлөклө. Яҡтылыҡ индексацияһы юлдың ике яғынан һәм күсәр өлөшөнә урынлаштырылған. Рулдәгеләргә ул төнгө юлдың йүнәлешен күреү мөмкинлеген бирә.

Владислав Покорский, «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығының бүлек етәксеһе

Әйткәндәй, федераль трасса үткән ауылдарҙа проектҡа индерелгән. Уның сиктәрендә электр бағаналары яңыртыла, йәмәғәт траспорты туҡталҡаһы төҙөкләндерелә, шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына.

Азат Ғәлиуллин