Салауат ҡалаһында йәшәүсе 6 йәшлек Артур Ниғмәтуллинға ярҙам талап ителә

Малай нерв-психик һәм аҡыл үҫешендә тотҡарлыҡ менән яфалана. Һуңғы реабилитация курсы ыңғай үҙгәрештәр биргән. Әммә мәктәпкә барыр алдынан тағы ла бер нисә дауаланыу курсы үтергә кәрәк. Балаға теләге булған һәр кем ярҙам итә ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Артурҙың бәләкәй генә ҡаҙанышы ла –әсәһе өсөн оло ҡыуаныс. Өйҙәге бәүелсәктә бәүелеү уның хәрәкәттәр координацияһын яҡшырта. Был Һамар ҡалаһындағы инклюзив үҙәктәге дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеүҙән һуң мөмкин булған.

Юлиә Ниғмәтуллина, Артурҙың әсәһеҺамарҙа дауаланыу ныҡ ярҙам итте. Улымдың эмоциялы фекерләү ҡеүәһе артты. Быға тиклем ҡыуаныс, үсегеү, үпкә кеүек хистәрҙе еткерә алмай ине. Ул яңыраҡ ҡына беренсе тапҡыр битемдән үпте. Мин бындай бәхетте нисә йыл көттөм.

Юлиә Ниғмәтуллина, Артурҙың әсәһе

Баланың тиҫтерҙәренән айырыласағын ата-әсәһе тиҙ генә аңлап етмәй. Артур етлекмәй тыуа. Ҡарында саҡта уҡ үлер хәлгә етә. Тыуыр алдынан уға кислород етмәй. Сабый операция ярҙамында донъяға килә.

Улыма 4 ай тигәндә сәләмәтлегенә шик тыуа башланы. Ауырып китеп, дауаханаға эләктек. Шунда педиатр уның уйынсыҡҡа күҙе эйәрмәүен әйтте. Ә бындай күнекмә яҡынса 2 айҙа уҡ формалашырға тейеш. 

Юлиә Ниғмәтуллина, Артурҙың әсәһе

Ниғмәтуллиндар күп төрлө реабилитация курстары үтеп ҡарай. Дельфиндар менән дауалау һәм интенсив курс яҡшы һөҙөмтә бирә. Юл һәм медицина хеҙмәттәре сығымдарын ғаилә үҙ аллы түләргә тырышып, бурысҡа бата. Ситтән ярҙам һорағас, хәйриә фонды кәрәкле сумманың бер өлөшөн бүлә. Әммә ул ғына ла етмәй.

Артурҙың әсәһе социаль селтәрҙәрҙә махсус иҫәп асҡан. Әсә кәрәкле сумманы йыйырға өмөтләнә. Икенсе йылға Артурға 7 йәш тула. Ул мәктәпкә, әлбиттә, коррекция класына барасаҡ, тик был теләкте тормошҡа ашырыу беҙҙең ярҙамдан тора.

Рәзилә Ғиниәтуллина