Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йәйге миҙгелде асыуға әҙерләнә

Быйыл пляждар 1 июндән эшләй башлай. Әле парктарҙа төҙөкләндереү эштәре бара. Ҡандракүл тәбиғәт паркында уҙған сираттағы өмәлә беседка һәм эскәмйәләр ремонтланған һәм буялған.

Биләмәлә өҫтәмә бәҙрәфтәр, сисенеү бүлмәләре, сатырҙар, иҫкәрмәләр ҡуйылған, усаҡ яғыу өсөн махсус урындар йыһазландырылған. Водолаздар һыу аҫтын сүп-сарҙан таҙартҡан. Белгестәр һыу һәм ҡом өлгөләрен алып тикшереү үткәрә. Миҙгел башланыу менән, ял паркына сүп-сар контейнерҙары ҡуйыласаҡ.

Былтыр Ҡандракүлдә 75 меңдән ашыу кеше ял иткән. Быйыл тәбиғәт паркы етәкселеге 100 мең туристы ҡабул итерлек шарттар булдыра.

Рәзилә Ғиниәтуллина