Өфөлә «Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиелар кооперацияһы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конгресы үтә

Ике көнлөк сара сиктәрендә Рәсәй кластерҙарында ҡатнашыусылар берҙәм проекттарын алдан яҡлап сығыш яһай. Республика менән идара итеү үҙәгендә Дәүләт Думаһының сәнәғәт һәм сауҙа комитеты ҡарамағындағы сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса Эксперттар советының күсмә ултырышы ла үтте.

Эшлекле осрашыуҙа импортты алмаштырыу механизмдарын нығытыу, логистиканы яҡшыртыу мәсьәләләре күтәрелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан сәнәғәт үҫешенә яңы алымдар индереү буйынса пилот төбәк булараҡ һайлап алынғайны. Республикала Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып мебель кластеры ойошторолдо.

 Индустриаль парктар,  йылдам үҫеш биләмәләренең ҡеүәтен арттырыу эше дауам итә. «Алға» махсус иҡтисади зонаһына килгәндә, ил кимәлендә уның тиҙ үҫешеүе лә билдәләнде.

Башҡортостанда сәнәғәтте үҫтереү өсөн мөмкинлектәр киң. Шуға күрә беҙ өс йыл элек үк республикала тармаҡтың йыллыҡ үҫеше ун процент булырға тейеш, тип ҡарар иткәйнек. Был бик юғары темп, уртаса ил кимәленән ике тапҡырға тиҙерәк үҫә. Уҙған йылғы һөҙөмтәләр буйынса, беҙ билдәләнгән күрһәткескә яҡынлаштыҡ. Быйыл тәүге кварталда ниһайәт, 110 процентҡа сыҡтыҡ.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Башҡортостанда күҙәтелгән сәнәғәт үҫеше темптары юғары һөҙөмтәле. Минеңсә, был тәжрибәне өйрәнергә, артабан башҡа төбәктәргә таратырға кәрәк. Халыҡ-ара конгресс барышында иң яҡшы, алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашыу мөмкинлеге буласаҡ.

Александр Козловский Дәүләт Думаһы депутаты, сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эксперт советы рәйесе

Гөлназ Хәйбуллина