Һуңғы тапҡыр бындай сара республикала ун йыл самаһы элек ойошторолған. «Башкиравтодор» йәмғиәтенең филиал етәкселәренең тәжрибә майҙансығынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
2000 йылдар башына тиклем Дүртөйлө районында ике Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшләй. Әсән ауылындағыһы республика аша үткән федераль трасса өсөн яуаплы булһа, Дүртөйлө ҡалаһындағы төбәк-ара юлдарҙың төҙөклөгөн контролдә тотҡан. Һөҙөмтәләштереүгә бәйле ике ойошма берләштерелеп бөгөн эш бер юлы ике урында алып барыла. Шуға ла уртаҡлашыр тәжрибә етерлек.
Республика Юл-ремонт төҙөлөш идаралыҡтарында техникаға ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Көнбайыш санкциялары ла йоғонто яһамаған. Сөнки, хужалыҡтар ваҡытында техника паркынан яңыртып ҡалыуҙан тыш, донъя аналогынан ҡалышмаған машиналар үҙебеҙҙә етештерелә башлаған. Тик ҡайһы бер төбәктәрҙә эшсе ҡулдарҙан механизатор, водителдәр талап ителә.
Ҡеүәтле техника тәү сиратта ҡош-таш, ҡырсынташ сығарылған карьерҙарҙа һынала. Республика семинар-кәңәшмәһе планына Дүртөйлө карьеры осраҡлы рәүештә индерелмәгән. Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан объект бер-юлы бер нисә төбәкте хеҙмәтләндереүе менән мөһим ҡала.
Ғөмүмән, «Башкиравтодор» йәмғиәте яҡын көндәрҙә республикала ошондай уҡ 10 карьер асыуҙы планға индергән. Әле лицензия алыу эштәре алып барыла. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы белгестәренең һуңғы тапҡыр бындай осрашыуҙары 2014 йылда үткән. Шуға ла күп кенә проблемалар үҙ төбәктәрендә ҡала килде. Дүртөйлөләге семинар-кәңәшмә күпселек һорауҙарға яуап ҡайтарҙы. Киләһе осрашыуҙы ҡыш алдынан ойошторорға килешелде.
Азат Ғәлиуллин