Тәүге һынау һайлап алған предметтар буйынса – химия, география һәм әҙәбиәттән. Өфөнөң Ленин районы мәктәптәре уҡыусылары имтиханды Затон биҫтәһендәге 4-се мәктәптә тапшыра. Һынау тотоусылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.
Уҡыусылар һәм уларҙы оҙатып килгән уҡытыусылары мәктәп алдында сәғәт туғыҙға йыйылды. Урамға уларҙың ниндәй бүлмәлә имтихан тапшырасағы тураһында мәғлүмәт эленгән.
Имтихан көнөндә мәктәпкә ғәҙәттәгесә йүгереп инеп китеп булмай. Уҡыусыларҙы ғына түгел, БЮТ каналының ижади төркөмөн дә металл эҙләү ҡоролмаһы менән тикшереп үткәрәләр. Уҡыусылар үҙҙәре менән паспорт, ручка, һыу, шоколад һәм калькулятор алған. Химия фәне буйынса имтихан биргәндә иҫәпләү ҡоролмаһы рөхсәт ителә.
Бүлмәләрҙә уҡыусылар туғыҙышар ултыра. Тауыштарҙы ла яҙҙырыусы видеокүҙәтеү ойошторолған. Имтиханға ун минут ҡалғас, имтиханды ойоштороусы инструктаж үткәрә. Рузалиә Солтанғолова мәғариф системаһында утыҙ йылдан ашыу эшләй. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы химияны һайлаусылар кабинетын етәкләй. Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә һынау осоро.
Коридорға мобиль элемтәне блокировкалаусы ҡорамалдары ҡуйылған. Оператив штабта экзамен барышын күҙәтеүселәр эшләй.
4-се мәктәптә имтихан тапшырған 139 уҡыусының күбеһе химия фәненә өҫтөнлөк биргән. Был тенденция республика буйынса ла һаҡлана – 3 041 уҡыусы, әҙәбиәтте – меңгә яҡын уҡыусы, географияны 493 уҡыусы һайлаған. Һынау өсөн өс сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Уның һөҙөмтәһе ун көн эсендә билдәле була. Киләһе имтихан 30 майҙа, рус теленән.
Рәмилә Исмәғилева